Автор: Пользователь скрыл имя, 19 Февраля 2013 в 13:51, реферат
Быға тиклем сыҡҡан төрки баҫма китаптарҙың береһен дә лә булмағанса, башҡорттематик аһы, башҡорт ғилми-ижтимағи фекере үҙәкләшеүе менән ул оригиналь һәм уникаль күренеш”, – тип яҙа ғалим Ғ.Б. Хөсәйенов. Заман һулышын тойоп, халыҡ тормошо, мәнфәғәте өсөн йәшәгән, йәшнәгән күренекле мәғрифәтсе, ғалим-энциклопедист М. Өмөтбаевтың ғилми-рухи мираҫы башҡорт фәненең, мәҙәниәтенең һәм әҙәбиәтенең аҫыл хазинаһын тәшкил итә.
Һәр дәүерҙә үҙ булмышын, һәләтен милләт яҙмышы менән бәйләп, күркәм ҡаҙаныштарын киләсәк быуынға мираҫ итеп ҡалдырған арҙаҡлы шәхестәр була. ХХ быуатҡа тиклемге башҡорт мәҙәниәте, әҙәбиәте тарихы һәм ижтимағи тормошонда тәрән эҙ ҡалдырған, киләсәк быуынға үлемһеҙ йәдкәрҙәр бүләк иткән, йәмғиәттең аң үҫешенә, фекерләү ҡеүәһенә көслө йоғонто яһаған ғалим, әҙип, йәмәғәт эшмәкәре Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев ана шундайҙарҙан.
Туған халҡының тарихын, рухи байлығын өйрәнеп, бөтә ғүмерен халҡына хеҙмәт итеүгә, уның тормош шарттарын яҡшыртыуға, аң-белемен, мәҙәниәтен үҫтереүгә бағышлаған М. Өмөтбаевтың ижади мираҫы үҙ осоро өсөн генә түгел, ХХI быуат фәне, мәҙәниәте, әҙәбиәте өсөн дә әһәмиәтле. Йөкмәткеһе менән энциклопедияға торошло “Йәдкәр” китабында урын алған тәбиғәт һәм донъя, ғилем һәм мәҙәниәт, әҙәбиәт һәм халыҡ ижады, уҡыу-уҡытыу һәм халыҡ педагогикаһы, Башҡортостан тарихы, этнографияһы, публицистикаһы, филологияһы өлкәләренә ҡараған мәғлүмәттәр хәҙерге фән тармаҡтарының нигеҙен тәшкил итә.
Әҙәбиәттең төрлө төрҙәре һәм жанр ҙарында әүҙем ижад иткән М. Өмөтбаевтың тормош юлы, ижады, фәнни, ғилми, ижтимағи эшмәкәрлеге Ә. Харисов, Ғ. Хөсәйенов, Ғ. Ҡунафин хеҙмәттәрендә тулы анализлана. Ғалим Ғ.С. Ҡунафин М. Өмөтбаевтың рухи мираҫы хаҡында тос, фәһемле фекер әйтә. “Тау ни тиклем бейегерәк булһа, уның матурлығы алыҫтан шул тиклем асығыраҡ, сағыуыраҡ күренә, тиеүҙәре дөрөҫтөр. Уйлап ҡараһаң, М. Өмөтбаевтың тормош һәм ижад йылдары беҙҙән алыҫайғандан-алыҫая бара, был ваҡыт эсендә ер йөҙөнә нисәмә быуын килеп киткән, күпме шатлыҡлы вә аяныслы ваҡиғалар булып үткән, ә уның милли мәҙәниәтебеҙ майҙанында ниндәй бөйөк фигура булғанлығы тағы ла баҙығыраҡ күренә, ижад емештәре һаман иҫкермәй, киреһенсә, кешеләр өсөн тағы ла ҡәҙерлерәк рухи аҙыҡҡа әүерелә бара. Дөрөҫ, М. Өмөтбаевтың ижады күләме менән оло тауҙай түгел. Әммә мәғәнәүи асылы, идея-эстетик йүнәлеше, энциклопедик эстәлеге менән мәғрүр һәм баҙыҡ ул”.
Был юлдар әҙип ижадының күп яҡлы, киң ҡоласлы рухи хазина булыуын асыҡлай. “Һәр кемдең ҡалалыр бер йәдкәре”,– тип яҙа мәғрифәтсе М. Өмөтбаев. Был йәдкәрҙе берәүҙәр – байлыҡта, икенселәр – матур, күркәм биналар төҙөүҙә, ә ҡайһылар быуаттар буйына халҡы күңелендә ҡәҙерле мираҫ булып һаҡланыр рухи ҡомартҡылар ижад итеүҙә, халыҡ мәнфәғәтен ҡурсалап йәшәүҙә, белем биреүҙә күрә. Әҙип һәм ғалимдың тормош юлы һәм күп яҡлы, киң профилле ижады, ғилми эшмәкәрлеге – шуға асыҡ миҫал. Уҡыу һәм тормош ҡулланмаһын хәтерләткән “Йәдкәр” китабы – М. Өмөтбаевтың “баш китабы, башҡорт әҙәби һәм ғилми-тикшеренеү әҫәрҙәренең аҫыл йәдкәре”.
Ғалим ижадының ҙур өлөшөн башҡорт халҡының тарихына, мәҙәни мираҫын а, этнографияһына арналғанхеҙмәттәр тәшкил итә (“Башҡорттар”, “Кесе Табын халҡының бабалары һәм унан айырылған Йомран Табын ере”, “Өфө тарихына ҡағылышлы материалдар”, “Башҡорт халҡының аҡ вә ҡара көндәре”, “Аҡташ хан”, “Фирғәүендәр хаҡында”, “Рум шәһәре хаҡында” һ.б.). Башҡорт халҡының боронғо үткәнен сағылдырыу һәм үҙе йәшәгән осор хаҡында объектив картина тыуҙырыу маҡсатында, ул рус матбуғатында донъя күргән тарихи-этнографик яҙмаларҙы киң ҡуллана. Туған халҡының тарихын яҙыуҙа шәжәрәләрҙе, халыҡ ижады өлгөләрен, әҙәби-тарихи сығанаҡтарҙы (тәуарихтар), көнсығыш һәм көнбайыш тарихсыларының, сәйәхәтселәренең, әҙиптәренең яҙмаларын урынлы файҙалана. Башҡорттарҙың ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары, аш-һыу әҙерләү үҙенсәлектәре, халыҡ медицинаһы, педагогикаһы хаҡында бәйән иткәндә, параллель рәүештә ул боронғо Рим, Египет, Урта Азия илдәре тарихы менән дә таныштыра. “М. Өмөтбаевтың тарихи хеҙмәттәре шаҡтай киң проблемаларҙы үҙ эсенә ала. Уларҙа ғалим әленә әле туған халҡының героик үткәне нә, үҙ ирке менән Рус дәүләтенә ҡушылыу мәсьәләләренә мөрәжәғәт итә. Ул башҡорттарҙың килеп сығышы, этн к составы, улар араһында ислам диненең таралыу тарихы, социаль-экономик мөнәсәбәттәр һәм башҡа шундай ҡатмарлы проблемаларҙы ла
ситләтеп үтмәй”, – тип билдәләй ғалим Ғ.С. Ҡунаф ин.
“Йәдкәр” китабында М. Өмөтбаев уҡыусыны халыҡ педагогикаһы, уҡыу-уҡытыу, тәрбиә, әхлаҡ мәсьәләләре, математика, география, астрономия, медицина өлкәләренә ҡараған бай мәғлүмәттәр, фәнни-техник яңылыҡтар менән таныштыра. “Ғалим-яҙыусы үҙ халҡын ғәжәйеп хайуандар һәм ҡоштар, гигант үҫемлектәр һәм атмосферала һирәк күҙәтелгән физик күренештәр, электр һәм компас, астроном Коперник һәм сәйәхәтсе Колумб, китап баҫыуэшенә нигеҙ һалған Гутенберг һәм башлап спирт яһаған Арно менән таныштыра, тарих һәм география карталары төҙөй. Уның ҡулъяҙмалары араһында нотаға һалынған йырҙы ла осратырға була”.
Ғалим филология өлкәһендә лә байтаҡ эштәр башҡара, башҡорт халыҡ ижады өлгөләрен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, ырым-хөрәфәттәрен, йолаларын, мәҡәл-әйтемдәрен, легенда-риүәйәттәрен, ҡобайырҙарын йыйыуға ҙур иғтибар бирә. Шағирҙың рухи мираҫҡа бәйле образ-деталдәр менән оҫта эш итеүе, шиғырҙарында тос фекерҙең мәҡәл-әйтемдәр ярҙамында бирелеүе, йола фольклорына ярашлы картиналарҙың киң урын алыуы шул хаҡта һөйләй.
“Тарих, этнография, фольклористика буйынса хеҙмәттәрендә М. Өмөтбаев ҡай бер фекерҙәрен ҡеүәтләр өсөн тел факттарына ла йыш мөрәжәғәт итә, телде бик мөһим сығанаҡ итеп файҙалана. Телдең этимологияһын, мәғәнә төҫмөрҙәрен, стилистик сараларын төпсөй. …Тел белгесе булараҡ, М. Өмөтбаев лингвист, грамматик, лексиколог, лексикограф, топонимист, аномаст, диалектолог, йәғни киң профилле ғалим булып алға баҫа”.
Ғалим башҡа халыҡтарҙың һүҙ сәнғәте (“Ғәрәп халҡының аҡыллы һүҙҙәре”), төрки халыҡтары араһында киң таралған “Йософ вә Зөләйха”, “Ҡиссаи Сәйфелмөлөк”, “Таһир – Зөһрә” әҫәрҙәре менән таныштыра, Һ. Салихов, Ә. Ҡарғалы, Т. Ялсығолов, Х. Жданов хаҡында белешмә бирә, уларҙың ижадына ҡыҫҡаса байҡау яһай. Ул фарсыса-татарса-русса һүҙлек төҙөй, халыҡтың йәнле һөйләү теленә нигеҙләнгән фәнни терминдарҙы булдыра, телдәрҙе сағыштырма планда өйрәнә, дөрөҫ яҙыу ҡағиҙәләрен формалаштырыуҙа тәүге аҙымдар яһай.
М. Өмөтбаевтың публицистик
Публицистик яҙмаларында М. Өмөтбаев ысынбарлыҡты, хәҡиҡәтте һүрәтләй, халыҡтың ихтыяжын, өмөт-хыялдарын, рухи донъяһын сағылдыра, алдап алыу, талау арҡаһында аҫаба башҡорттарҙың үҙ ерҙәрен юғалтыуын, сәйәсәт, иҡтисад ҡорбандарына әүерелеүен бәйән итеп, хаким синыфтар ҙың ысын йөҙөн фаш итә. Ғалим башҡорт йәмғиәтендә хөкөм һөргән наҙанлыҡ һәм томаналыҡты тәнҡит утына тотоп, уның сәбәптәрен һәм ҡараңғылыҡтан, бөлгөнлөктән сығыу юлдарын күрһәтә, мәҙәниәт, мәғариф, әҙәбиәт проблемаларына туҡтала. Күп кенә юлъяҙмаларында ғалим-әҙип башҡорт халҡын Рәсәйҙең күркәм мәҙәниәте, архитектура ҡомартҡылары, фән һәм техника өлкәһендәге ҡаҙаныштары менә н таныштыра, халыҡтар берҙәм-
леген яҡлай (“Йәмғиәт тәртиптәре”, “Бөйөк шағир Александр Пушкин”,“Мәскәү хаҡында күңел мәһөрө”, “Петербу рг хаҡында күңел мәһөрө”, “Петербургта ғәжәйепхана нәүғе (төрө)”, “Баҡсаһарай ҡалаһында”). М. Өмөтбаев, тәржемәсе булараҡ, туған һәм Көнсығыш халыҡтарының әҙәби әҫәрҙәрен, фольклор өлгөләрен – рус теленә, Европа халыҡтарының ижад өлгөләрен төрки һәм туған теленә тәржемә итә. “Әҙәби тәржемәләренән уның иң яратҡан жанры – поэзия, күп-
селеге – рус шиғриәте, кумиры –А.С. Пушкин”, – тип билдәләй академик Ғ.Б. Хөсәйенов. А.С. Пушкиндың “Бәхетһеҙ ғишыҡ” романсын, “Наслаждение”, “Делибаш” шиғырҙарын, “Баҡсаһарай фонтаны” поэмаһын, “Мең дә бер кисә” йыйынтығына ингән “Торба, балаҫ һәм алма” хикәйәтен башҡорт теленә, ә башҡорт халыҡ ижады һәм әҙәбиәте өлгөләрен, ғәрәп, төрки халыҡтарының яҙма мираҫын (“Приметы, поверья, поговорки и изречения магометан Уфимской губернии”, “Арабские нравоучительные изречения”, “Увидел я твой розовый лик”), үҙенең “Шикәйәт” шиғырын, күренекле иран яҙыусыһы Фирҙәүиси тураһында шиғри хикәйәтте рус теленә тәржемә итә. Ошо хеҙмәттәре менән ул туған халҡының рухи мираҫын киңерәк майҙанға алып сыға, уның тарихын, үткәнен, бөгөнгөһөн, киләсәген яңы күҙлектән баһаларға мөмкинлек бирә.
М. Өмөтбаевтың ижадында фәнни очерк, мәҡәлә, белешмә, тасуирлама, юлъяҙма, хикәйәт, шәжәрә, эпос, тәуарих, риүәйәт, легенда, мәҡәл, хикмәт, шиғыр, мәҫәл, ҡитға, мәдех, хат жанрҙарын осратырға була. “Шулай бик күп төрлө мәғлүмәттәр, белешмәләр, төрлө жанрҙар менән сыбар йыйынтыҡ кеүек тойолһа ла, “Йәдкәр” китабы ғилем, педагогика, Башҡортостан тарихы, башҡор т этнографияһы, фольклоры, публицистикаһы, тәржемәһе буйынса үҙ концепцияһы булған бер бөтөн әҙәби-ғилми китап ул. Быға тиклем сыҡҡан төрки баҫма китаптарҙың береһен дә лә булмағанса, башҡорттематик аһы, башҡорт ғилми-ижтимағи фекере үҙәкләшеүе менән ул оригиналь һәм уникаль күренеш”, – тип яҙа ғалим Ғ.Б. Хөсәйенов. Заман һулышын тойоп, халыҡ тормошо, мәнфәғәте өсөн йәшәгән, йәшнәгән күренекле мәғрифәтсе, ғалим-энциклопедист М. Өмөтбаевтың ғилми-рухи мираҫы башҡорт фәненең, мәҙәниәтенең һәм әҙәбиәтенең аҫыл хазинаһын тәшкил итә.
Ҡулланылған әҙәбиәт:
Ҡунафин Ғ.С. Ул үҙенә һәйкәл ҡуйып китте // Өмөтбаев М. Шиғырҙар. – Өфө: Китап, 2001.
– 6 – 7-се бб. 2
Ҡунафин Ғ.С. Башҡорт әҙәбиәте тарихы. XIX быуаттың икенсеһе яртыһы. Башҡортостан
Республикаһы юғары уҡыу йорттарының филология факультеттары өсөн дәреслек.164 – 179-сы бит.
Хөсәйенов Ғ.Б. Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев. Тарихи-библиографик китап. – 243-сө бит.